4 марттан Федоровка ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһының бөтә өс корпусында ла Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – 8 март айҡанлы саралар үтә. Тәрбиәселәр музыка етәкселәре менән берлектә әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр өсөн матур байрам ойошторған, улар 7 мартҡа тиклем дауам итәсәк. 12 төркөмдә тәрбиәләнеүселәр йырҙар йырлай, бейеүҙәр башҡара, иң яҡын кешеләренә үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшыра. Бынан да күңеллерәк нимә булырға мөмкин һуң?!