Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылдың июнендә V Бөтә Донъя башҡорттар ҡоролтайын әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Был күләмле форумға әҙерлек сиктәрендә муниципаль райондарҙа район ҡоролтайҙары йыйылыштары үтә. Уларҙа буласаҡ симпозиумға делегаттар һайлана. Беҙҙә район башҡорттарының отчет-һайлау ҡоролтайын үткәреү 5 апрелгә планлаштырылған.