Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн байрам итеү сәбәпле, Башҡортостанда пенсиялар һәм башҡа социаль түләүҙәрҙе таратыу 5 марттан башланды. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһенең мәғлүмәт хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, байрам һәм ял көндәре өсөн пенсиялар һәм социаль түләүҙәрҙе 5, 6, 7 һәм 9 мартта таратасаҡтар. Аныҡ ваҡыты февралдә тапшырылған пенсия квитанцияларында күрһәтелгән.