+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
6 Март 2019, 12:00

“Күберәк китап уҡырға!”

Тип мөрәжәғәт иттеләр Бала Сытырман ауылы СМФК хеҙмәткәрҙәре балаларға.

Бында 1 мартта “Тыуған яҡты беләбеҙ” викторинаһы үткәрелде. Балалар, “Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” тип аталған командаларға бүленеп, тыуған край буйынса белемдәрен күрһәтте. Улар башҡорт халыҡ ҡоралдарын, тыуған яғыбыҙҙың хайуандарын, республикабыҙҙа табылған файҙалы ҡаҙылмаларҙы хәтерҙәренә төшөрҙөләр. Һәр дөрөҫ яуап өсөн командаларға китаптар тапшырылды. Программа аҙағында, уларҙы иҫәпләп, “Урал батыр” командаһы балаларының иң белемле икәнлеген белделәр. “Аҡбуҙат” командаһының 18 китабына ҡаршы 25 китап! Бөтә ҡатнашыусыларға ла кескәй генә сувенирҙар тапшырылды.

Ә. Вахитова.
Читайте нас: