Балалар дежур часть, ЮХХДИ, эксперттар һәм кинологтар эше тураһында белде. Тимер эҙләгес аша тикшереү үттеләр, полицейский кейемен кейеп ҡаранылар, хеҙмәт эттәрен нисек аҫрауҙарын күрҙеләр. Бүлексә начальнигы, полиция подполковнигы Алексей Силяев Эске эштәр органдарындағы хеҙмәте, бүлексә ветерандары һәм тарихы тураһында һөйләне. Уҡыусылар шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты тураһында фильм ҡараны, кем белә, бәлки кемдер үҙенең яҙмышын тап хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү менән бәйләр.