+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Март 2019, 14:30

“Киң Масленица”

5 мартта Федоровка балалар китапханаһында “Киң Масленица” фольклор сәғәте үтте. Ҡунаҡтарға масленица традициялары, ниңә ҡоймаҡтың байрам аҙығы ғына түгел, ә ҡышҡы йоҡоһонан уянған алтын ҡояш символы ла булыуын һөйләнеләр.

5 мартта Федоровка балалар китапханаһында “Киң Масленица” фольклор сәғәте үтте. Ҡунаҡтарға масленица традициялары, ниңә ҡоймаҡтың байрам аҙығы ғына түгел, ә ҡышҡы йоҡоһонан уянған алтын ҡояш символы ла булыуын һөйләнеләр. Балалар “Кәрзингә ырғыт”, “Скакалка менән һикереү”, “Таҫманы тиҙерәк ура” конкурстарында бик теләп ҡатнашты, викторина һорауҙарына яуап биреп, йомаҡтар сисеп, үҙҙәренең аң-белемдәрен күрһәтте. Ниндәй Масленица ҡоймаҡһыҙ үтә инде?! Китапханасылар уңдырып ҡоймаҡ бешереп килтереп, бөтәһен дә һыйлап ҡыуандырҙылар!

Е. Иманғолова.
Читайте нас: