+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
7 Март 2019, 16:20

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем һиңә!

Бөгөн Динес ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында кескәйҙәр әсәйҙәрен һәм өләсәйҙәрен байрам менән ҡотланы. Тәрбиәселәр, музыка етәксеһе бик матур концерт ойошторҙо, балалар һәм әсәйҙәр өсөн конкурстар, уйындар үткәрҙе.

Бөгөн Динес ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында кескәйҙәр әсәйҙәрен һәм өләсәйҙәрен байрам менән ҡотланы. Тәрбиәселәр, музыка етәксеһе бик матур концерт ойошторҙо, балалар һәм әсәйҙәр өсөн конкурстар, уйындар үткәрҙе. Сараға тиклем балалар әсәйҙәренең портреттарын төшөргән, ә байрамда әсәйҙәр уларҙа үҙҙәрен танырға тырышты. Малайҙар һәм ҡыҙҙар әсәйҙәре менән яратып бешергән ризыҡтары тураһында һөйләне, ә әсәйҙәр үҙҙәрен балалары урынына ҡуйып ҡараны – улар сабыйҙарҙың ғәҙәти тормошта үҙҙәрен нисек тотоуҙары тураһында пантомималар күрһәтте. Байрам флешмоб менән тамамланды – бөтә ҡунаҡтар балалар һәм тәрбиәселәр менән бергәләп яратҡан әсәйҙәре тураһында йыр башҡарҙы.

Ә.Вахитова.
Читайте нас: