Унда Стәрлебаш, Миәкә, Бишбүләк, Күгәрсен, Мәләүез һәм Ейәнсура райондары вәкилдәре, Ауыл хужалығы министрлығы етәкселәре һәм белгестәре, район хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары һәм белгестәре, ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтар башлыҡтары, баш агрономдар, ведомство ойошмалары етәкселәре, ғалимдар, мәғлүмәт-консультация үҙәге директорҙары, КФХ ассоциациялары етәкселәре ҡатнаша. Конференция башланыр алдынан ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр үҙ продукцияһын ҡуйған күргәҙмәне ҡаранылар.