+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Март 2019, 13:02

«Һаҡсылар, алға!» спорт-белем биреү уйыны

2019 йылдың 16 мартында Күмертау ҡалаһында уҡыусылар өсөн «Һаҡсылар, алға!» спорт-белем биреү уйынының зона этабы үткәрелде. Ул балаларҙы патриотик тәрбиәләүҙе, сәләмәт тормош рәүешен, позитив тормошҡа ынтылышты формалаштырыуға йүнәлтелгәйне.

2019 йылдың 16 мартында Күмертау ҡалаһында уҡыусылар өсөн «Һаҡсылар, алға!» спорт-белем биреү уйынының зона этабы үткәрелде. Ул балаларҙы патриотик тәрбиәләүҙе, сәләмәт тормош рәүешен, позитив тормошҡа ынтылышты формалаштырыуға йүнәлтелгәйне.Районыбыҙҙан унда Федоровка 1-се мәктәбенең 4-се синыф уҡыусылары командаһы ҡатнашты.Йәш һаҡсылар бер нисә һынау: «Робототехника», «Ҡаршылыҡтар полосаһы», «Капитандар конкурсы», «Ориентлашыу», «Экологик», «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» конкурстарын үтте. Унан һуң концерт номерҙары менән сығыш яһанылар. Компетентлы жюри бөтә ярыш төрҙәрен дә баһалап, еңеүсе команданы билдәләне. Ул Күмертау ҡалаһы командаһы булды. Беҙҙекеләр «Капитандар конкурсында» икенсе, «Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге» конкурсында өсөнсө, «Робототехника» конкурсында икенсе урындарға лайыҡ булдылар. Балалар белемдәрен, оҫталыҡтарын, берҙәм команда эшен, еңеүгә ынтылыштарын күрһәтте.Балалар һүҙҙәренә ҡарағанда, ярыш бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды.Шулай уҡ беҙҙең команда өсөн «Кванториум» балалар технопаркына экскурсия ойошторолдо.
Читайте нас: