Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланған «Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Патриотлыҡ» халыҡ-ара форумын асыу тантанаһы булды. Уның эшендә Башҡортостандан һәм Рәсәй Федерацияһы составындағы башҡа милли автономияларҙан, СНГ илдәренән ғалимдар, дәүләт төҙөлөшөнөң тарих, юридик, иҡтисад, идара итеү мәсьәләләре, милли сәйәсәт өлкәләре белгестәре һ.б. ҡатнашасаҡ.Шулай уҡ пленар өлөш, ете секция ултырышы, «Бөйөк Рәсәй революцияһы 1917-1921: Евразия халыҡтарының тарихи һайлауы» симпозиумы, студенттар һәм аспиранттарҙың фәнни сессияһы буласаҡ. Районыбыҙҙан делегат булып район башҡорттары Ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе А.М. Тәтегәсева барҙы.