+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
22 Март 2019, 18:50

«Китап аҙнаһы» уҡыусыларҙы көтә!

Яҙғы каникул ваҡытында ысынлап китап менән дуҫ булғандарҙың байрамы – Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙнаһы үтә. Был күңелле мажаралар, яңы әҙәби асыштар, шулай уҡ китап уҡыусылар һәм китапханасыларҙың ижади союзы байрамы.

Быйыл Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙнаһы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығын байрам итеүгә бағышланасаҡ. «Донья – ул театр, ә балалар - уның актерҙары» тип исемләнгән Китап аҙнаһын асыу 25 мартта иртәнге сәғәт ун берҙә Район мәҙәниәт йорто залында уҙасаҡ. Балалар! Был байрамға килеп, әкиәт иленә сумасаҡһығыҙ, Китап Батшабикәһе менән осрашасаҡһығыҙ, билдәле башҡорт шағиры Мостай Кәримдең ижады менән танышасаҡһығыҙ.
Аҙна барышында балалар китапханаһында төрлө саралар, яратҡан әкиәттәр геройҙары менән осрашыуҙар, әҙәби маршруттар, интеллектуаль уйындар буласаҡ. Бөтә саралар ҙа 14.00 сәғәттә башлана.
Балалар! Китапхана ишектәре һеҙҙең өсөн һәр ваҡыт асыҡ!
Е. Иманғолова,
балалар китапханаһы мөдире.
Читайте нас: