2019 йылдың 21 мартында Федоровкала тәүге “Инвестсәғәт” үтте. Унда муниципалитет территорияһында бойомға ашырыуға планлаштырылған ике проектты ҡаранылар. Беренсеһе Динес ауыл советында бал етештереү һәм эшкәртеү булһа, икенсеһе – Пугачев ауыл советында һөт етештереү һәм эшкәртеү. Осрашыу барышында инвесторҙар тарафынан бирелгән һорауҙар ер участкаларын дөрөҫ һәм законлы рәсмиләштереү булды.