2019 йылдың 30 мартында, шәмбе көндө, урындағы ваҡыт буйынса сәғәт киске туғыҙынсы яртынан унынсы яртыға тиклем “Ер сәғәте” халыҡ-ара экологик акцияһы үткәреләсәк.
Ул утты һәм башҡа ғүмер өсөн мөһим булмаған электр приборҙарын, архитектура һәм инженер королмаларының тышҡы яҡтыртыуын һүндереп торорға саҡыра. Акция тәбиғәт ресурстарын экономиялы файҙаланыуға, көндәлек экология мәҙәниәтен булдырыуға, тәбиғәт ресурстарына яуаплы ҡараш тәрбиәләүгә ҡыҙыҡһыныуҙы уятыусы сара булараҡ үткәрелә.
Бөтәгеҙҙе лә был сараны хуплап, унда ҡатнашырға саҡырабыҙ. Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте “Ер сәғәте” акцияһының http://60.wwf.ru/ рәсми сайтында табырға мөмкин.
БР Экология министрлығының Мәләүез Территориаль бүлеге.