23 мартта Батыр ауыл мәҙәниәт йортонда күңелле Нәүрүз байрамы менән ҡышты оҙаттылар. Ауылдың әүҙем халҡы уйындарҙа, йәрминкәлә ҡатнашты, концерт ҡараны. Сара сәй өҫтәле артында тамамланды.Шул уҡ ваҡытта “Аманат” халыҡ театры Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса ҡуйылған “Ай булмаһа, йондоҙ бар” спектакле менән (сәхнәгә ҡуйыусы режиссеры Гөлнара Хәлитова, рәссамы Илдус Хәлитов) күрше ауылдар буйлап гастролдәрҙә йөрөй, тулы залдар йыя. Күптән түгел Динес ауылында булып ҡайттылар, ә 31 мартта Бала Сытырманда сығыш яһаясаҡтар. Афарин, батырҙар!!!