Халыҡ фольклорында тере һүҙ һәр саҡ иң ҡиммәтлеһе буласаҡ. Ҡыҙыҡ әкиәт уҡыуҙан йәки уны өләсәйең һөйләүенән дә яҡшыраҡ нимә бар икән?
27 мартта Федоровка ауылының балалар китапханаһында “Өләсәйем әкиәттәре” традицион осрашыуы булды. Ҡунағыбыҙ Элеонора Әхмәҙи ҡыҙы Әхтәмова балаларға “Таң батыр” башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыны. Балалар ҡурҡыу белмәгән, туғандарын уҫал һәм хәйләкәр дейеүҙән ҡотҡарған Таң батыр менән “осрашты”.
Сара башҡорт бауырһағы менән сәй өҫтәле артында тамамланды.