Был ҡояшлы яҙғы көндә ауыл хужалығы йәрминкәһенең ассортименты бик бай булды.
Динестән, Батырҙан, Федоровканан, Иҫке Михайловканан килгәндәр һөт, ҡаймаҡ, ҡорот-эремсек, йомортҡа һатты.
Ит кәштәләре эргәһендә кеше күп ине. С.Ф. Насировтың “Яһаҡлы” крәҫтиән-фермер хужалығы һарыҡ ите, покровкалар һәм яуыштар сусҡа ите менән сауҙа итте. Динестәр, аҡбулаттар, федоровкалар, яуыштар һыйыр малы, өйрәк, ҡаҙ ите алып килгәйне.
“Гермес” ҡулланыусылар кооперативы һатыусылары ҡамыр аҙыҡтары тәҡдим итте. Ғәҙәттәгесә, “Балыҡ” балыҡсылыҡ хужалығы” сауҙа нөктәһе эргәһендә сират барлыҡҡа килде. Баласытырмандар һатыуға бер тонна карп балығы алып килгән. Фураж, ҡатнаш аҙыҡ, арпа, көнбағышты “Урал”, “СП Юрматы”, “Нива”, “Маяҡ” йәмғиәттәренән алырға мөмкин булды. Өсбүләк ауылынан фермер Илнур Сиразетдинов йәрминкәгә бесән алып килгәйне.