-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
1 Апрель 2019, 11:40

Көлкө көнө менән!

1 апрель – Көлкө көнө бер билдәле даталар һәм халыҡ–ара байрамдар календарына ла индерелмәгән, шулай булһа ла, уны Рәсәйҙә һәм башҡа илдәрҙә билдәләп үтәләр. Был байрам ваҡытында дуҫтарҙы, таныштарҙы көлкөлө хәлдә ҡалдырыу, шаяртыуҙар ҡабул ителгән.

Тарихтан:1539 йылда бер фламанд дворянины бөтә хеҙмәтселәрен дә, уларға ялған бойороҡтар биреп, шаяртып йөрөүе билдәле. Ә Рәсәйҙә иң күләмле беренсе апрель шаяртыуы Мәскәүҙә 1703 йылда булған. Ул саҡта урамдар буйлап бар халыҡты “быға тиклем бер ҙә булмаған” сараға саҡырып йөрөгәндәр. Килгән тамашасылар быуа быуырлыҡ булған. Тик билдәләнгән сәғәттә пәрҙәне асып ебәрһәләр, “Беренсе апрель – бер кемгә ла ышанма!” тигән яҙыуҙы ғына күргәндәр. Шулай итеп, был сара тамамланып та ҡуйған.
Читайте нас: