+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
2 Апрель 2019, 16:30

Беҙҙең һылыуҡай финалға үтте!

Өфөлә “Һылыуҡай-2019” башҡорт һылыуҡайҙары Асыҡ Республика конкурсына кастинг булды. Уның һөҙөмтәләре буйынса финалға 11 ҡыҙ үтте. Улар араһында беҙҙең райондан ҡатнашыусы Сәлимә Солтанғолова ла бар! Сәлимә Бала Сытырман ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта ул Башҡорт дәүләт университетының тәүге курсында уҡый.

Өфөлә “Һылыуҡай-2019” башҡорт һылыуҡайҙары Асыҡ Республика конкурсына кастинг булды. Уның һөҙөмтәләре буйынса финалға 11 ҡыҙ үтте. Улар араһында беҙҙең райондан ҡатнашыусы Сәлимә Солтанғолова ла бар! Сәлимә Бала Сытырман ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта ул Башҡорт дәүләт университетының тәүге курсында уҡый.Кастинг өс этаптан торҙо: ҡатнашыусыларҙың үҙҙәре менән таныштырыуы, ижади номер һәм дефиле. Жюри ағзалары ҡыҙҙарҙың матурлығын ғына түгел, башҡорт телендә матур итеп һөйләшә белеүҙәрен, тыуған мәҙәниәттәре тураһында белемдәрен дә тикшерҙе. Конкурстың финалында 12 ҡыҙ ҡатнашасаҡ. 12-сеһе “Мәскәү һылыуҡайы-2019” конкурсы еңеүсеһе буласаҡ. Уның исеме 7 апрелдә Гала-концертта билдәле буласаҡ. Ә хәҙер ҡыҙҙарҙы репетициялар, фотосессиялар, Башҡорт спутник телевидениеһының “Сәләм” иртәнге күңел асыу программаһында күрһәтеләсәк телекөндәлектәр төшөрөү көтә.Конкурстың Гала-концерты 27 апрелдә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында үтәсәк, республиканың төп һылыуҡайының исеме тап шунда билдәле буласаҡ.
Ә беҙ Сәлимәгә уңыштар һәм хыялдарының тормошҡа ашыуын теләп ҡалабыҙ!
Читайте нас: