+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
2 Апрель 2019, 16:00

Социаль пенсиялар арта

2019 йылдың 1 апреленән пенсионерҙарҙың социаль пенсиялары 2 процентҡа индексациялана.

2019 йылдың 1 апреленән пенсионерҙарҙың социаль пенсиялары 2 процентҡа индексациялана. Шулай уҡ саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларының, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың, радиация һәм техноген катастрофалар һөҙөмтәһендә зыян күргән граждандарҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының дәүләт пенсиялары, социаль пенсияның күләме артыуға бәйле булған башҡа түләүҙәр артасаҡ. РФ Геройҙарын, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарын, РФ Хеҙмәт Геройҙарын, өс дәрәжәлә Дан ордены менән бүләкләнгән, I дәрәжәлә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән бүләкләнгән граждандарҙы ай һайын өҫтәмә матди тәьмин итеү күләме индексацияланасаҡ.Артырылған күләмдәге пенсияларҙы республиканың 101 мең пенсионеры, шул иҫәптән социаль пенсия алыусы 93 мең пенсионер аласаҡ.
Рәсәй Пенсия Фондының БР буйынса Идараһының мәғлүмәт хеҙмәте.
Читайте нас: