+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
3 Апрель 2019, 11:30

Балалар китабы аҙнаһы

25-29 мартта Кирюшкин ауыл мәктәбендә Балалар китабы аҙнаһы үтте.Традиция буйынса был саралар яҙғы каникул ваҡытында үтә. Был ваҡытта балалар көндөҙгө лагерҙа ял иткәнгә күрә һәр көнөбөҙҙө китапханала үткәреү мөмкинлеге булды.

25-29 мартта Кирюшкин ауыл мәктәбендә Балалар китабы аҙнаһы үтте.

Традиция буйынса был саралар яҙғы каникул ваҡытында үтә. Был ваҡытта балалар көндөҙгө лагерҙа ял иткәнгә күрә һәр көнөбөҙҙө китапханала үткәреү мөмкинлеге булды.

Аҙна сараларға бай булды. “Зирәк китапта ҡунаҡта” әңгәмәһе баршында балалар китапты булдырыу тарихы менән танышты, китапханала китаптар менән мөғәләмә итеү, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрҙө. 1-се синыф уҡыусылары өсөн балалар китаптары буйынса экскурсия үткәрелде. Викториналар, төрлө уйын программалары ойошторолдо. “Яратҡан китабың менән бүлеш” акцияһы күңелле үтте. Балалар өйҙәренән китаптарын алып килеп, улар менән алмашты. Ҡайһы бер китаптарҙы балалар китапханаға бүләк итеп ҡалдырҙы. Улар шулай уҡ “Юбиляр-китаптар-2019”, “Юбиляр-яҙыусылар-2019”, “Балалар китабы аҙнаһы”, “Балалар журналдарның яңы һандары” күргәҙмәләре менән танышты, шиғырҙар уҡыны, шиғыр уҡыусылар конкурсына әҙерләнде.

Балалар китабы аҙнаһы йомғаҡлау менән тамамланды. Мәктәп китапханаһы китапханасыһы Е.Н. Васильева флешбук үткәрҙе, цитаталар һәм иллюстрациялар ярҙамында балаларҙы ҡыҙыҡлы китаптар, мәктәп китапханаһы фонды менән таныштырҙы. Уҡый белгән, уҡырға яратҡан кеше – бәхетле кеше, тигән һөҙөмтәгә килде балалар. Ундай кеше аҡыллы, тоғро дуҫтар менән солғанған була. Һәм ул дуҫтар – китаптар.

Е. Васильева,

Кирюшкин ауылы мәктәп китапханаһы китапханасыһы.
Читайте нас: