+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
3 Апрель 2019, 14:00

“Уфимская волна-2019” музыка фестиваль-конкурсына заявкалар ҡабул итеү бара

Талантлы музыканттарҙы һәм вокалсыларҙы “Уфимская волна” музыка конкурсының VIII миҙгелендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.

Талантлы музыканттарҙы һәм вокалсыларҙы “Уфимская волна” музыка конкурсының VIII миҙгелендә ҡатнашырға саҡырабыҙ.Традиция буйынса проектта ҡатнашыусылар “Акустик төркөм”, “Ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар вокалы”, “Автор йыры-йыл хиты” өлкәндәр номинацияларында һәм 7 йәшкә тиклемге балалар өсөн “Дебют” балалар номинацияһында ярышасаҡ.Был миҙгелдең махсус номинацияһы “Республика тураһында мөхәббәт менән”! Ул Башҡортостандың 100 йыллығына бағышланасаҡ.Проект сиктәрендә ҡатнашыусыларҙы тере тыңлауҙар, шәхси музыкаль презентацияларҙы Спутник ФМ радиоһы эфирында һәм телевидениела ротациялау көтә, йыл барышында ҡатнашыусыларҙың ҡаланың төрлө популяр майҙандарында, клубтарҙа һәм мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһау, акцияларҙа, мастер-кластарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге буласаҡ. Финалда еңеүселәр “Алтын скрипка асҡысы” иҫтәлекле эксклюзив дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр аласаҡ.Заявкалар ҡабул итеү https://bash.news/sputnik/volna/anketa/ сайтында һәм https://vk.com/ufvolna адресы буйынса ВК төркөмөндә асыҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Уфимская волна” йыр һәм популяр музыка асыҡ фестиваль-конкурсы йыл һайын февралдән декабргәсә радиоэфир (Спутник ФМ), телеэфир (БСТ), интернет (сайт һәм Вконтактела “Уфимская волна” Музыка конкурсының рәсми төркөмө) майҙандарында үткәрелә.Тәүге тапҡыр конкурс 2012 йылда старт алғайны. Проекттың ғәмәлдә булыу дәүерендә унда 7 меңдән ашыу башҡарыусы һәм коллектив ҡатнашты, улар араһында республикабыҙҙың бөтә ҡалаларынан һәм райондарынан тиерлек вәкилдәр булды. Шулай уҡ Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Силәбенән, Пермдән, Ҡазандан, Норильскиҙан, Һорғоттан һәм башҡа ҡалаларҙан заявкалар ебәрҙеләр. Конкурста “Сикһеҙ музыка” номинацияһында Балтика буйынан, Белорусиянан, Украинанан, Тажикстандан, Италиянан, Голландиянан, Германиянан ебәрелгән эштәр ҙә ҡаралды.Проект “Радиомания-2014” Бөтә Рәсәй премияһы баһалауы буйынса илдең иң яҡшы радиошоуы, “Радиомания-2018” Бөтә Рәсәй премияһы баһалауы буйынса радиостанцияны үҫтереү буйынса иң яҡшы проект булараҡ танылды. Проекттың копилкаһында ике Алтын микрофон һәм “Радио без границ” Халыҡ-ара фестивалендә еңеү ҙә бар!
Читайте нас: