+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
3 Апрель 2019, 16:30

“ҘУР УЙЫН”

“ҘУР УЙЫН” – грандиоз спорт ваҡиғаһы – 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендәге проект.

“ҘУР УЙЫН” – грандиоз спорт ваҡиғаһы – 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сиктәрендәге проект. Тиҙҙән Өфөгә доньяның 30 иленән 1500-гә яҡын йәш спортсы киләсәк. Уларҙың Өфөнөң ниндәй ҡунаҡсыл, уның халҡының асыҡ күңелле булыуын, республикабыҙҙа уларҙың сағыу, ижади йәштәштәре йәшәүен әленән үк белеүҙәрен теләйбеҙ. Ярыштар ваҡытында уларҙа ҡатнашыусы һәр команда “Ҙур уйын” проекты сиктәрендә булдырылған фан-клубтарҙың ҡеүәтле хуплауын тоясаҡ.Проект ике этаптан торасаҡ. Тәүгеһе – ижади, ул 31 марттан 31 майға тиклем үтә. Унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. “Ҙур уйын”дың ҡатнашыусылары социаль селтәрҙәрҙә ижади заданиеларҙы үтәүҙә ярышасаҡ. Ойоштороусылар аҙна һайын (“Ҙур уйын”дың рәсми сайтында - https://vk.com/biggame2019) ҡатнашыусыларға яңы заданиелар тәҡдим итә. Заданиеларҙың маҡсаты – Өфөнөң матурлығын күрһәтеү, ҡунаҡтарҙы ҡалабыҙҙың ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған ерҙәре менән таныштырыу. Заданиеларҙы үтәгән өсөн приз балдары бирелә. Иң күп мәрәй йыйыусы еңеүсе була. Тәүге этап еңеүсеһен бүләкләү 2019 йылдың 31 майында буласаҡ.Икенсе этап 2019 йылдың 1 июнендә башлана. “Ҙур уйын”дың йәйге этабында ҡатнашыусылар йәйге лагерҙар тәрбиәләнеүселәре буласаҡ. Балаларҙы күңелле мажаралар көтә – ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларға спорт һәм ижади һынауҙар әҙерләгән, улар проектта еңеүсе команданы билдәләргә ярҙам итәсәк. Балалар лагерҙары базаларында спорт шоуҙары үтәсәк, балалар ғәҙәти булмаған ярыштарҙа ҡатнашасаҡ, билдәле спортсылар менән осрашасаҡ, төрлө рекордтар ҡуйыуҙа көстәрен һынап ҡараясаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, тап команда рухы, берҙәмлек, үҙ көсөңә ышаныу “Ҙур уйын”да еңеүгә алып барыусы юл буласаҡ.“Ҙур уйын” этабы еңеүселәре 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындарын тантаналы асыу церемонияһында мәртәбәле ҡунаҡтар сифатында тамашасы булыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ; махсус конкурстар еңеүселәре Халыҡ-ара балалар уйындарының балалар мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәре буласаҡ; проектта иң әүҙем ҡатнашыусылар махсус фан-зона трибуналарына эләгергә мөмкин.
Уйын менән оператив идара итеү Вконтакте сайтының https://vk.com/biggame2019 төркөмө аша башҡарыла.
Проект етәкселәренең контакттары:
89174000304 (Алексей Радченко),
89033513935 (Альбина Мөхөтдинова).
Читайте нас: