+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
4 Апрель 2019, 11:30

Дөрөҫ яҙыу модала!

Федоровка һәм район халҡы йыл һайын бөтә донъя буйынса үткәрелә торған мәғариф акцияһына ҡушыласаҡ – Тотал диктант яҙасаҡтар.

Федоровка һәм район халҡы йыл һайын бөтә донъя буйынса үткәрелә торған мәғариф акцияһына ҡушыласаҡ – Тотал диктант яҙасаҡтар. Был акцияның маҡсаты – дөрөҫ яҙыуҙың һәр кеше өсөн мөһим булыуын күрһәтеү; рус теле менән шөғөлләнеүҙең ауыр, ләкин мауыҡтырғыс һәм файҙалы булыуына инандырыу; рус телендә һөйләшә һәм яҙа белгән йәки теләгән бөтә кешене берләштереү. Белемен теләгән һәр кеше тикшереп ҡарай ала, ҡатнашыусыларҙың үҙ исемдәрен атау мотлаҡ түгел.
Диктант 13 апрелдә 13.00 сәғәттә Федоровка ауылы, Ленин урамы, 43-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан үҙәк район китапханаһында үтәсәк. Ҡатнашыусыларҙы теркәү 3 апрелдә Тотал диктанттың totaldict.ru сайтында башланды. Теркәлгәндә Федоровканы һайлап, уның битенә күсергә кәрәк. Сайтҡа теркәлеү тик электрон адрес йәки социаль селтәрҙәр аша ғына мөмкин.
Тотал диктанттың майҙандарына теркәлеү буйынса инструкцияға һәм онлайн-диктантҡа һылтама: https://vk.com/@totaldict-instrukciya-po-registracii2018.
Читайте нас: