+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Апрель 2019, 13:30

Башҡортостанда йөк машиналарына сикләүҙәр индерелә

2019 йылдың 1-30 апрелендә Башҡортостанда йөк транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә. Саралар төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнешендәге юлдарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Был сикләү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 15 февралендәге 82-се ҡарарына ярашлы индерелә.

2019 йылдың 1-30 апрелендә Башҡортостанда йөк транспорты хәрәкәтенә ваҡытлыса сикләүҙәр индерелә. Саралар төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнешендәге юлдарҙы һаҡлауға йүнәлтелгән. Был сикләү Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 15 февралендәге 82-се ҡарарына ярашлы индерелә. Сикләү яҙын юл полотноһын һаҡлау маҡсатында булдырыла һәм ауыр йөктәр ташыусы транспорт сараларына ҡағыла. Йөк машиналарының төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнешендәге дөйөм ҡулланылыштағы юлдар буйынса йөрөүе тик автомобиль юлдарына килтерелгән зыянды каплагандан һәм дәүләт пошлинаһын түләгәндән һуң махсус рөхсәт алғас ҡына мөмкин.Яҙын хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү киләһе транспорт сараларына ҡағылмай:
-пассажир автобустары, шул иҫәптән халыҡ-ара пассажир автобустары;
-аҙыҡ-түлек, малдар, дарыу препараттары, яғыулыҡ (бензин, дизель яғыулығы, реактив двигателдәр өсөн яғыулыҡ һ.б.), орлоҡ фонды, ашламалар, ауыл хужалығы малдары һәм ҡош-ҡорт өсөн мал аҙығы, почта һәм почта йөктәре ташыусы транспорт;
-ауыл хужалығы эштәре менән мәшғүл булған ауыл хужалығы техникаһы;
-ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә кәрәкле техника;
-автомобиль юлдарында авария-тергеҙеү һәм ремонт эштәрен башҡарыуҙа ҡулланылыусы юл-төҙөлөш һәм юл-файҙаланыу техникаһы һәм материалдарын транспортировкалау;
-федераль закон менән хәрби хеҙмәт ҡаралған башҡарма власть органдары транспорт саралары.
Читайте нас: