Башҡортостандың Мәғариф министрлығы ҡарамағында Милли мәғариф идараһы булдырыласаҡ. Был турала “Башинформ” агентлығындағы Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезына бағышланған мәғлүмәт конференцияһында ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин һөйләне.
Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөнгө көндә милли мәғариф мәсьәләләре менән министрлыҡта тик ике кеше генә шөғөлләнә.
“Булдырыласаҡ Идарала 15-тән ашыу белгес эшләйәсәк, уларға юғары һөнәри талаптар ҡуйыласаҡ. Был ҙур педагогик тәжрибә, башҡорт телен һәйбәт белеү генә түгел, инициативалылыҡ, башҡорт телен уҡытыу буйынса заманса программаларҙы һәм методикаларҙы тормошҡа ашырыу тармағында реаль практика ла”, - тип белдерҙе ул.
Республиканың Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы яңы Идарала милли телде өйрәнеү, филологик белем биреү мәсьәләләре менән урта һәм урта һөнәри дәрәжәлә генә түгел, юғары белем биреү дәрәжәһендә лә шөғөлләнәсәктәр.
Был йүнәлештәге тәүге аҙым, мәғариф ведомствоһы етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I съезы буласаҡ. Ул Өфөлә 11-12 апрелдә “Торатау” Конгресс-холы майҙанында үтәсәк. Форум бер майҙанда 800-гә яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһын, шулай уҡ район һәм ҡала округтарынан мәғариф идараларының (бүлектәренең) туған телдәрҙе уҡытыуҙы курирлаусы методистарын, вуздар һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен йыясаҡ.
“Хәҙер беҙгә туған телдәрҙе уҡытыуҙың яңы, замансараҡ алымдары кәрәк. Ваҡыт менән бер рәттән атларға тейешбеҙ, тиҫтәләгән йылдар элек булдырылған методикалар буйынса эшләргә ярамай. Хәҙер балалар бөтөнләй башҡа, улар өсөн ғәҙәти баҫма продукция белем сығанағы булып тормай. Тап шуның өсөн яңы технологиялар индерергә, педагогик кадрҙарҙы әҙерләргә кәрәк. Белем биреү процесы бер китап менән генә сикләнмәй, киңерәк ҡарап, традицион белем биреүҙең сиктәренә сығырға кәрәк. Быларҙың бөтәһе буйынса ла дискуссия майҙандарында фекер алышасаҡбыҙ, унда һәр кемдең үҙ фекерен еткереү мөмкинлеге буласаҡ”, - тип белдерҙе Айбулат Хажин.
Ул шулай уҡ буласаҡ съездың йәмәғәтселек өсөн иң асыҡ съездарҙың береһе буласағын белдерҙе. “Теләгәндәр интернет аша ла һорауҙар бирә, идеялары менән бүлешә ала, унда сараның тура трансляцияһы барасаҡ”, - тип һөйләне ведомство башлығы.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы материалдары буйынса.