Районыбыҙ мәктәптәренең төп һәм урта звеноһы 5 көнлөк уҡыу аҙнаһына яңы 2019-2020 уҡыу йылында күсәсәк. Шәмбе көндө булған дәрестәргә килгәндә, уларҙы аҙнаның башҡа көндәренә күсерәсәктәр. Шул уҡ ваҡытта белем биреү учреждениелары етәкселәре бөтә кәрәкле санитар нормаларын да үтәргә тейеш. Шәмбе көндө дәрестәр урынына балалар төрлө мәктәп сараларында ҡатнашасаҡ, спорт менән шөғөлләнәсәк, тыуған яҡтың мәҙәниәтен өйрәнәсәк.