+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Апрель 2019, 16:00

Өфөлә тәүге “Бирешмә!” балалар премияһын тапшырасаҡтар!

7 апрелдә Дәүләт концерттар залында тәүге “Бирешмә!” балалар премияһын тапшырыу церемонияһы буласаҡ.

7 апрелдә Дәүләт концерттар залында тәүге “Бирешмә!” балалар премияһын тапшырыу церемонияһы буласаҡ. Уның төп маҡсаты – батырлыҡ һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһын күрһәткән, ауыр тормош хәлдәрен үткән, һайлап алған юлдарында ҙур уңыштар яулаған балалар һәм үҫмерҙәрҙе данлау.Тәүге “Бирешмә!” балалар премияһын тапшырыу ысын байрам – изгелек, йәш геройҙарҙың, ижади йәндәрҙең, уйлап сығарыусыларҙың ҡаҙаныштарын таныу байрамы буласаҡ. Еңеүселәрҙе башҡорт телендәге тәүге үҫмерҙәр сериалының төп геройҙары – “Бирешмә!” төркөмө ағзалары, ведомстволар етәкселәре, медиаперсоналар һәм йәш музыканттар, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары бүләкләйәсәк.
Читайте нас: