+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
5 Апрель 2019, 10:30

Өмәләр башлана

БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 мартындағы 244-р ҡарарына ярашлы, республикала 6 апрелдән 11 майға тиклем ауыл территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк.

БР Хөкүмәтенең 2019 йылдың 25 мартындағы 244-р ҡарарына ярашлы, республикала 6 апрелдән 11 майға тиклем ауыл территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк. Сараларҙың төп маҡсаты – республика ауылдарының санитар-экологик торошон яҡшыртыу.

2018 йылда республикала үткәрелгән экологик өмәләрҙә сүплектәргә 50 мең тоннаға яҡын сүп йыйып сығарылған.

Дәүләт власы органдарына, муниципалитеттарға, бөтә төр милек ойошмаларына, профсоюз комитеттарына һәм йәмәғәт берләшмәләренә беркетелгән территорияларҙа экологик өмәләрҙе үткәреүҙе тәьмин итергә.

Ауыл биләмәләре территорияларын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса эштәргә йомғаҡ 2019 йылдың 25 майына тиклем яһаласаҡ.

БР Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты.
Читайте нас: