+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
8 Апрель 2019, 13:33

Башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәренең съезына йыйыласаҡ

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республика съезы үтәсәк.

10-12 апрелдә Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары республика съезы үтәсәк. БР Мәғариф министрлығының махсус хаты буйынса унда районыбыҙҙан ете делегат барасаҡ. Улар район мәғариф бүлеге мөдире Р.Т. Исмәғилев, район мәғариф бүлеге методисы З.М. Әхмәрова, Батыр мәктәбе директоры Р.Х. Усманова-Багаева һәм “Йыл уҡытыусыһы” район һәм республика конкурстарында ҡатнашыусылар, уҡыусыларының фәнде белеү буйынса ҡаҙаныштары булған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Г.Х. Ураҙбаева (Юлдаш), Р.Р. Ханнанова (Юрматы), Э.Р. Туҡбаева (Федоровка 1-се мәктәбе), Бала Сытырман МБУ ДОУ мөдире Э.Ф. Йәлилова.
Г. Баҡыева.
Читайте нас: