+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
8 Апрель 2019, 15:30

Халыҡты ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар борсой

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ултырышы булды.

Үткән аҙнала муниципаль район хакимиәте ҡарамағындағы Йәмәғәт Советы ултырышы булды.

2019 йылдың беренсе кварталында башҡарылған эштәр тураһында доклад менән уның рәисе А.Т. Сәйфетдинова сығыш яһаны. Ул ошо йәмәғәт ойошмаһы ағзалары район хакимиәтенең ведомство-ара комиссияһы менән район буйынса рәсми булмаған мәшғүллек буйынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлегенең “халыҡ контроле” төркөмө менән түбәләрҙе ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыу буйынса йөрөүҙәрен әйтте. Бынан тыш, Советтың рәйесе һәм ағзалары райондың йәмәғәт сараларында ҡатнашҡан. Асия Тимерғәли ҡыҙы шулай уҡ граждандар мөрәжәғәттәре буйынса ла анализ яһаны. Өс ай эсендә Йәмәғәт Советына төрлө һорауҙар менән алты кеше мөрәжәғәт иткән. Һорауҙар башлыса ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарын сығарыуға түләүгә, күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн компенсацияға, эшкә урынлашыуҙа ярҙамға ҡағылған. Район башлығы В.Ф. Насретдинов ҡатнашлығында ла ултырыш булған. Ул Йәмәғәт Советының үткән йылдағы эшенә уңай баһа биреп, 2019 йылға мәсьәләләр ҡуйған.

Артабан муниципаль район хакимиәте ҡарамағында мәғариф һәм мәҙәниәт өлкәләрендә ойошмалар тарафынан хеҙмәттәр күрһәтеү сифатын баһалау буйынса ике Йәмәғәт Советы булдырыу, ауыл биләмәләре билдәләгән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу урындарын ҡарау, ауылдарҙа парктар булдырыуҙа ҡатнашыу, бәлиғ булмағандарҙың һәм йәштәрҙең ял итеүен өйрәнеү һәм башҡа эштәр планлаштырыла.

Гөлфиә ӘХМӘРОВА.
Читайте нас: