+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
12 Апрель 2019, 13:19

Башҡортостан халҡы талпан тешләүҙән почтала страховкалана ала

Яҙ етеү менән Башҡортостан Республикаһы халҡының үҙҙәрен һәм яҡындарын Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә талпан тешләүҙән страховкалау мөмкинлеге тыуҙы. Бүлексәләрҙә “Антиклещ” ирекле страховкалау программаһына инергә мөмкин.

Яҙ етеү менән Башҡортостан Республикаһы халҡының үҙҙәрен һәм яҡындарын Рәсәй Почтаһы бүлексәләрендә талпан тешләүҙән страховкалау мөмкинлеге тыуҙы. Бүлексәләрҙә “Антиклещ” ирекле страховкалау программаһына инергә мөмкин. Был программала ҡатнашыу талпан тешләгән осраҡта Рәсәй территорияһында квалификацияланған медицина ярҙамы алыу хоҡуғы бирә.Программала талпан энцефалиты эләктергәндә амбулатор-поликлиника ярҙамы, ашығыс ярҙам һәм ашығыс госпиталләштереү, шулай уҡ 500 меңгә тиклем суммала реабилитация-тергеҙеү дауаланыуы ла ҡаралған. Шул уҡ ваҡытта клиент, страховка суммаһын файҙаланып бөтөргәнсегә тиклем, бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итә ала. Яңы тыуған баланы ла, 70 йәшкә тиклемге өлкәндәрҙе ла страховкаларға була.Полисты почта бүлексәләрендә операторҙар, йортҡа барып почтальондар рәсмиләштерә, был пенсионерҙар һәм күсмә почта бүлексләре эшләгән ҙур булмаған ауылдар халҡы өсөн бик уңайлы.
Читайте нас: