+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
12 Апрель 2019, 12:54

Кескәй артистар тамаша күрһәтте

11 апрелдә Динес ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында балалар һәм тәрбиселәр ҡатнашлығында “Йәшел алан” театрлаштырылған тамаша күрһәтелде.

Билдәле булыуынса, 2019 йыл Рәсәйҙә һәм республикала Театр йылы тип иғлан ителде. Был турала хатта иң кескәйҙәребеҙ – балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә белә.
Шулай, 11 апрелдә Динес ауылының “Ләйсән” балалар баҡсаһында балалар һәм тәрбиселәр ҡатнашлығында “Йәшел алан” театрлаштырылған тамаша күрһәтелде. Сараға кескәйҙәр мәктәп уҡыусларын, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрен, олатай-өләсәйҙәрен саҡырған. Шундай ҙур аудитория алдында балалар ролдәрен айырыуса тырышып уйнаны. Сағыу костюмдарҙы уларға ата-әсәләре теккән, шуның өсөн уларға рәхмәт белдерҙеләр. Ә балалар тамашасыларҙың көслө алҡыштарын ишетеп ҡыуанды, сара аҙағында уҡыусылар менән бергә күңелле уйындар уйнаны.
Читайте нас: