+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
12 Апрель 2019, 10:59

Космонавтика көнө менән, дуҫтар!

12 апрелдә бөтә донъя Авиация һәм космонавтика көнөн – кешенең йыһанға беренсе осоуына бағышланған датаны билдәләй.

12 апрелдә бөтә донъя Авиация һәм космонавтика көнөн – кешенең йыһанға беренсе осоуына бағышланған датаны билдәләй. Байрам булараҡ беҙҙең илдә ул СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1962 йылдың 9 апрелендәге Указы менән билдәләнгән, ә халыҡ-ара статусын 1968 йылда Халыҡ-ара авиация федерацияһы конференцияһында алған.Әйткәндәй, 2011 йылдан башлап ул тағы ла бер исем йөрөтә – Халыҡ-ара кешенең йыһанға осоу көнө. Был турала 2011 йылдың 7 апрелендә ООН Генераль Ассамблеяһының махсус пленар ултырышында Рәсәй инициативаһы буйынса йыһан киңлеген үҙләштереү эшендә тәүге аҙымдың 50 йыллығы осрағы буйынса рәсми резолюция ҡабул ителгән.1961 йылдың 12 апрелендә Советтар Союзы гражданины өлкән лейтенант Ю.А. Гагарин “Восток” йыһан карабында донъяла беренсе тапҡыр Ер шарын уның орбитаһы буйлап урап үтеп, пилотлы йыһан осоштары эпохаһын асты.Бөтәһе 108 минут дауам иткән осош йыһанды өйрәнеүҙә көслө алға китеш булды. Юрий Гагарин исеме бөтә донъяға билдәле булды, беренсе космонавтҡа ваҡытынан алда майор һәм Советтар Союзы Геройы исеме бирелде.Билдәле булыуынса, йыһан карабына кеше ултырыр алдынан, осошҡа дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ ебәрелгәйне. 1960 йылдың авгусында Белка һәм Стрелка исемле эттәр ултырған “Восток” карабы бер тәүлеклек осош яһап, Ергә әйләнеп ҡайтты.
Читайте нас: