+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
12 Апрель 2019, 11:55

“Йыһан тураһында”

12 апрелдә бөтә донъя Авиация һәм космонавтика көнөн билдәләй. Был фән триумфы, космик тармаҡта хеҙмәт итеүсе бөтә кеше өсөн байрам.

12 апрелдә бөтә донъя Авиация һәм космонавтика көнөн – кешенең йыһанға беренсе осошона бағышланған датаны билдәләй. Был фән триумфы, космик тармаҡта хеҙмәт итеүсе бөтә кеше өсөн байрам.
11 апрелдә “Йыһан тураһында” осрашыуында Бала Сытырман ауылының “Алтын асҡыс” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен космонавтика көнө менән таныштырҙыҡ, “Йыһан” темаһына йомаҡтарға яуаптар эҙләнек, беренсе космонавтарҙың фотографияларын ҡараныҡ, йыһан күнегеүҙәре эшләнек, урамдарыбыҙҙың ниндәй исемдәр йөрөтөүен иҫкә төшөрҙөк. Осрашыуыбыҙ СМФК-ның уйын бүлмәһендә дауам итте. Бында балалар бер төрлө ракеталарҙы “йыһанға осорҙо”, капитандар инопланетяндар һүрәтләнгән пазлдар йыйҙы. Бергәләп аппликациялар эшләнеләр, буянылар.
Иң кескәйҙәр өсөн “Йыһанға юл” күргәҙмәһе әҙерләнгәйне.
А. Кривоконь, Бала Сытырман ауылының СМФК етәксеһе.
Читайте нас: