12 апрель кисендә Гончаровка ауыл мәҙәниәт йортонда район ойошмалары, предприятиелары һәм ауыл биләмәләре араһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына һәм Театр йылына бағышланған “Берҙәм дуҫлыҡ гөлләмәһендә” ижад фестиваль-марафоны үтте. Матур, сағыу сарала Гончаровка, Аҡбулат, Алешкин ауылдарынан үҙешмәкәр артистар, балалар коллективтары ҡатнашты.