-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
15 Апрель 2019, 16:00

Мостай менән сәйәхәт

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен “Водоходъ” компанияһы круиз лайнеры йөрөтәсәк.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемен “Водоходъ” компанияһы круиз лайнеры йөрөтәсәк.“Мостай Кәрим” совет заманынан һуңғы йылдар тарихында беренсе круиз лайнеры буласаҡ. Судно “йөҙөп йөрөүсе ҡунаҡхана” тибы буйынса проектланған, ул биш йондоҙло отельға ярашлы буласаҡ һәм юғары класлы сервис күрһәтәсәк. Бортта күҙәтеү салондары, ресторандар, барҙар, спа-салондар, күнегеү залдары, бөҙрәханалар, шулай уҡ өҫкө палубала ҙур асыҡ зона-солярий ҡаралған. Судноның оҙонлоғо – 141 метр, ул 342 пассажирға иҫәпләнгән, экипаж һаны – 144 кеше. Тиҙлеге - сәғәтенә 22,5 километр.PV300 проектының пассажир судноһын 2017 йылдың яҙында “Красное Сормово” заводында төҙөй башлағандар. Уны “Водоходъ” компанияһы өсөн өс яҡлы килешеү нигеҙендә төҙөйҙәр. “Красное Сормово” – башҡарыусы, “Машпромлизинг” ОСК – заказ биреүсе, “Водоходъ” – алыусы. Контрактҡа ярашлы, судноны заказ биреүсегә 2020 йылдың февраленә тиклем тапшырырға кәрәк.2017 йылдың көҙөндә Мостай Кәрим исемен “Аэрофлот” компанияһының Sukhoi Superjet 100 пассажир авиалайнерҙарның береһе алғайны. 2018 йылдың декабрендә “Рәсәйҙең бөйөк исемдәре” федераль проекты сиктәрендә халыҡ тауыш биреүе йомғаҡтары буйынса Мостай Кәрим исеме Өфөнөң халыҡ-ара аэропортына биреү өсөн һайланғайны.
Читайте нас: