+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
15 Апрель 2019, 13:14

Урындағы актерҙар юғары оҫталыҡтарын күрһәтте

Кисә Батыр ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аманат” халыҡ театры, район мәҙәниәт йортонда сығыш яһап, бөтә тамашасыларҙың һөйөүен яуланы.

Кисә Батыр ауыл мәҙәниәт йортоноң “Аманат” халыҡ театры, район мәҙәниәт йортонда сығыш яһап, бөтә тамашасыларҙың һөйөүен яуланы. Халыҡ драматургы Туфан Миңнуллиндың “Ай булмаһа, йондоҙ бар” ҡатмарлы психологик драмаһын үҙешмәкәр актерҙар психологик яҡтан шул тиклем аныҡ һәм төгәл итеп башҡарҙылар. Коллективты Театр йылына бағшланған БР халыҡ театрҙары фестиваль-марафоны лауреаты дипломы менән юҡҡа ғына бүләкләмәгәндәр. Тамашасылар, спектакль аҙағында артистарҙы, уларҙың оҫталыҡтарын данлап, һигеҙ минутҡа яҡын ҡул сапты. Уларға МР хакимиәтенең Рәхмәт хатын тапшырғанда район башлығы ла бик йылы һүҙҙәрен еткерҙе.

Г. Баҡыева.
Читайте нас: