+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Апрель 2019, 16:15

“Ағас ултырт – тормош бүләк ит!”

20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостан Республикаһында халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм волонтерҙар ҡатнашлығында урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ үткәреләсәк.

20 апрелдән 20 майға тиклем Башҡортостан Республикаһында халыҡ, хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары һәм волонтерҙар ҡатнашлығында урмандарҙы тергеҙеү буйынса айлыҡ үткәреләсәк.Айлыҡ һәм “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы 2019 йылдың 1 мартында Ҡараиҙел районында үткән Республика урман форумы йомғаҡтары буйынса республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың бойороғон үтәү маҡсатында үткәреләсәк.“Беҙгә бергәләп халыҡ араһында урмандарға һаҡсыл мөнәсәбәт булдырыу, ағастарҙы, тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә күләмле эш алып барырға кәрәк”, - тигәйне ул саҡта Радий Хәбиров.Айлыҡтың төп маҡсаты – урманға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, йәмәғәтселектең иғтибарын урман фонды территорияһында урман ресурстарын һәм төбәктең урман хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрен һаҡлау һәм тергеҙеүгә йәлеп итеү. Айлыҡ сиктәрендә ауыл биләмәләре территорияларында, урмандарҙа ағастар ултыртыу буйынса күләмле акциялар ойоштороласаҡ, тип аңлаттылар республиканың Урман хужалығы министрлығында.27 апрелдә бөтә муниципаль райондарҙа һәм ҡала округтарында “Ағас ултырт – тормош бүләк ит!” слоганы аҫтында “Йәшел Башҡортостан” берҙәм республика акцияһы үтәсәк. Инвентарҙы, үҫентеләрҙе урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре урындарҙа таратасаҡ, шулай уҡ улар волонтерҙарға ағастарҙы дөрөҫ итеп ултыртыу технологияһын өйрәтәсәк. Бөтәһе айлыҡ барышында 30 млн үҫенте ултыртыу планлаштырыла.
Читайте нас: