-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
16 Апрель 2019, 12:08

“Башкирская пресса” нәшриәт йорто рус һәм инглиз телдәрендә “Республика Башкортостан. 100 лет” («Republic of Bashkortostan 100 years») презентация китабын сығарҙы.

Йәшәйеш төрҙәренең үҫеше, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр өлгөһөндә республика яңы үҫеш горизонттарын асыусы заманса төбәк, киләсәккә йүнәлгән мәғлүмәт һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ асып бирелгән.

Йәшәйеш төрҙәренең үҫеше, тарихи һәм аналитик мәҡәләләр өлгөһөндә республика яңы үҫеш горизонттарын асыусы заманса төбәк, киләсәккә йүнәлгән мәғлүмәт һәм мәҙәниәт үҙәге булараҡ асып бирелгән.
Баҫма республиканың уңай имиджын булдырыуҙа, инвестициялар йәлеп итеүҙе арттырыуҙа, тышҡы иҡтисад һәм мәҙәниәт элемтәләрен үҫтереүҙә ярҙам итәсәк.
Китап республиканы 22-23 мартта үткән сараларҙа: “Башҡортостан” дәүләт концерттар залында үткән “100 бөйөк йыл” тантаналы сараһында һәм “Торатау” Конгресс-холы майҙанында үткән “Берҙәмлек. Гражданлыҡ. Патриотлыҡ” Халыҡ-ара фән форумында күрһәтте.
Артабан китап халыҡ-ара, федераль һәм төбәк сараларында тәҡдим ителәсәк. Уның электрон версияһы Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары сайттарында урынлаштырылған.
Китаптың электрон версияһы https://ru.calameo.com/read/00494592634c58c6ee6de
Читайте нас: