2019 йылдың 1 апреленән “Мотлаҡ пенсия страховкалауы системаһында шәхси (персонификацияланған) иҫәп тураһында” Федераль законына үҙгәрештәр үҙ көсөнә инде. Хәҙер страховкаланған граждандарға теркәлгән ваҡытта мотлаҡ пенсия страховкалауы страховка таныҡлығы - СНИЛС (“йәшел карточка”) мотлаҡ алырға тейеш түгел.Уның урынына теркәлеүҙе раҫлаусы документ, шул иҫәптән электрон төрҙә лә индерелә. Был документты Рәсәй Пенсия фондының клиенттар хеҙмәтенә, МФЦ-ға йәки эш биреүсе аша тейешле ғариза биргәндән һуң алырға була.Әгәр ҙә гражданин страховка таныҡлығын юғалтҡан икән, уның дубликатын һорап Рәсәй Пенсия фонды идаралығына шәхси мөрәжәғәт итәһе юҡ, кәрәкле мәғлүмәтте Пенсия фонды сайтында “Гражданиндың шәхси кабинеты” аша (Гражданиндың шәхси кабинеты-Шәхси иҫәп-Страховка таныҡлығы дубликатын биреү тураһында ғариза тапшырыу) онлайн режимда белергә мөмкин. Баҫып сығарылған документты эшкә урынлашҡанда “йәшел карточка” урынына тапшырырға була.Элегерәк бирелгән таныҡлыҡтар ғәмәлдә ҡала, уларҙы алмаштырырға кәрәкмәй, страховкаланған кешенең пенсия хоҡуҡтарын булдырыуға закондағы үҙгәрештәрҙең йоғонтоһо юҡ.