+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
17 Апрель 2019, 16:03

13 апрелдә Федоровка 1-се мәктәбендә өлкән синыф уҡыусылары өсөн “Еңеү өсөн 100 балл” форумы үтте.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов балаларға районыбыҙҙың бөгөнгө көндә ниндәй белгестәргә мохтаж булыуын һөйләне.

Район хакимиәте башлығы В.Ф. Насретдинов балаларға районыбыҙҙың бөгөнгө көндә ниндәй белгестәргә мохтаж булыуын һөйләне. Венер Фәрит улы сығарылыш синыф уҡыусыларын буласаҡ һөнәрҙәрен ныҡлы һәм төплө уйлап һайларға саҡырҙы, сөнки быға уларҙың уңышлы һәм бәхетле киләсәге бәйле. Мәғариф бүлеге начальнигы ошо мәктәптең 9-11 синыф уҡыусылары өсөн асыҡ дәрес үткәрҙе. Рөстәм Тимербай улы 2019 йылда мәктәпте тамамлаусыларға 9 һәм 11 синыфтарҙа йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү, уға әҙерләнеү тураһында һөйләне. “Еңеү өсөн 100 балл” форумы йомғаҡтары буйынса уҡыусылар үҙҙәрен тулҡынландырған һорауҙарына яуаптар алды, үҙҙәренең тәьҫораттары менән бүлеште. Улар тырышып уҡыһаң, бер ниндәй ҙә үҙ аллы һәм контроль эштең ҡурҡыныс булмауын белдерҙе.
Читайте нас: