23 апрелдә Бала Сытырман күп функциялы ауыл клубында район башҡорттары ҡоролтайының отчет-һайлау йыйылышы була. Башлана – 11.00 сәғәттә. Йыйылышҡа башҡорт ауылдары халҡы саҡырыла. Унда БР Башлығы хакимиәтенән вәкил, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) вәкиле, район хакимиәте башлығы ҡатнашасаҡ. Уртаҡ проблемаларыбыҙҙы бергәләп хәл итәйек, йыйылышҡа килегеҙ, уның эшендә әүҙем ҡатнашығыҙ, милләттәштәр!