2019 йылдың 25 апрелендә Федоровка районы Бала Сытырман ауылында Совет урамы, 11-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында Күп функциялы үҙәктең яңы территориаль айырымланған структуралы подразделениеһы асыласаҡ.Бала Сытырман подразделениеһына Федоровка ауылындағы “Минең документтар” үҙәге аша күрһәтелгән бөтә хеҙмәттәр артынан да мөрәжәғәт итергә мөмкин буласаҡ, ә был бөтәһе 290 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт. Подразделение асылыу менән ошо һәм яҡындағы ауылдар халҡына хеҙмәттәр алыу тағы ла уңайлыраҡ буласаҡ.Хеҙмәттәр исемлеге менән беҙҙең рәсми сайтта “Хеҙмәттәр” бүлегендә Федоровка ауылы МФЦ бүлеген һайлағанда танышырға мөмкин. Граждандарҙы тере сират тәртибендә график буйынса: дүшәмбе-йома көндәрендә сәғәт иртәнге туғыҙҙан бергә тиклем ҡабул итәсәктәр. Алдан яҙылыу талап ителмәй. Тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (347) 246-55-33 телефоны аша белергә мөмкин.