+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
18 Апрель 2019, 16:41

Федоровкалар кисә Өфөлә хоккей ҡаранылар!

Кисә ӨФӨ-Аренала “СК им. Урицкого” (90-сы йылдарҙа Татарстан командаһы шулай аталған булған) һәм беҙҙең “Салауат Юлаев” хоккей клубтары ветерандары командалары араһында дуҫтарса матч булды.

Кисә ӨФӨ-Аренала “СК им. Урицкого” (90-сы йылдарҙа Татарстан командаһы шулай аталған булған) һәм беҙҙең “Салауат Юлаев” хоккей клубтары ветерандары командалары араһында дуҫтарса матч булды. Ул республикала Татарстан көндәре сиктәрендә һәм Башҡортостандың юбилейы айҡанлы үтте. Ошондай тарихи уйынды федоровкалар – Өфөлә уҡыған, күп кенә район сараларында әүҙем ҡатнашҡан балалар һәм студенттарға ла күрергә насип булды. Билеттарҙы “Берҙәм Рәсәй” партияһы башҡарма комитеты Төбәк бүлексәһе бирҙе.

Уйын башында хоккейсылар һәм тамашасыларҙы республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Минниханов сәләмләне. Билдәле “Арғымаҡ” этно-төркөмө матур йыр бүләк итте. Уйын ҡыҙыу барҙы һәм өфөләр файҙаһына 4/3 иҫәбе менән тәмамланды.

Г. Усманова.
Читайте нас: