16 апрелдә Өфөлә “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” программаһы буйынса уҡығандар араһында компьютер күп төрлө көрәше буйынса VII Республика чемпионаты еңеүселәре бидәләнде.Иң алдынғы ҡарашлы ҡулланыусы исеме өсөн 55 йәштән өлкән 25 ҡатнашыусы көрәште. Улар бөтәһе лә “Өсөнсө быуын халыҡ университеты” программаһы сиктәрендә “Компьютер белеме нигеҙҙәре” дисциплинаһы буйынса уҡыу үткән, ярыштың ҡала һәм район этаптары еңеүселәре.Ике сәғәт дауамында ҡатнашыусылар Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды порталы, Яндекс эҙләүҙәр системаһы тәғәйенләнешен белеүгә, Интернетта хәүефһеҙлек буйынса биремдәр үтәне. Һөҙөмтәлә иң юғары тиҙлекте һәм дөрөҫ яуаптарҙы Дәүләкән районынан Елена Яшина һәм Федоровканан Анатолий Квасов күрһәтте. Чемпионат еңеүселәренә кубоктар, дипломдар һәм миҙалдар тапшырылды. Еңеүселәр июнь башында Киров ҡалаһында үтәсәк компьютер күп төрлө көрәше буйынса IX Бөтә Рәсәй чемпионатында республикабыҙ данын яҡлаясаҡ.