27 апрелдә 16.00 сәғәттә райондың татар ижтимағи үҙәге инициативаһы буйынса һуғыш йылы балаларын саҡырып хәтер кисәһе үткәреләсәк. Кисәлә татарса моңло йырҙар, шиғырҙар, хәтирәләр яңғыраясаҡ. Үткәндәрҙе күңел түрендә һаҡлағандарҙы район мәҙәниәт йортонда көтеп ҡалабыҙ.