+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
19 Апрель 2019, 18:05

Иң яҡшы тәрбиәсе исеме өсөн көрәштеләр

Бөгөн, 19 апрелдә, Федоровка 1-се мәктәбенең ултырыштар залында “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2019” һөнәри оҫталыҡ район конкурсы үтте.

Бөгөн, 19 апрелдә, Федоровка 1-се мәктәбенең ултырыштар залында “Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы-2019” һөнәри оҫталыҡ район конкурсы үтте. Был көндө һөнәри һәм тормош тәжрибәләре менән иң ижади, тәүәккәл һәм ҡыйыу педагогтар уртаҡлашты. Улар – Г.Ф. Әминова (Бала Сытырман ауылы “Алтын асҡыс” балалар баҡсаһы), С.П. Зотова (Гончаровка ауылы “Еләккәй” балалар баҡсаһы), Р.Ә. Зөбәйерова (Федоровка ауылы “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы), В.Н. Семенова (Новоселка ауылы “Уралочка” балалар баҡсаһы). Конкурстың еңеүсеһе Рита Әғзәм ҡыҙы Зөбәйерова булды.

Зилә Фәйзуллина.
Читайте нас: