18 апрелдә район атайҙары советының тәүге ултырышы булды. Уның эшендә район хакимиәте вәкиле, МР Советы рәйесе Венер Хәлитов ҡатнашты. Ултырышта эш башлаусы ир-аттар хәрәкәтенең етәксеһе итеп өс бала атаһы, Пенсия фондының Федоровка районындағы идаралығы начальнигы Самат Әхмәровты һайланылар.