+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Онлайн – хәбәрҙәр
19 Апрель 2019, 13:31

Яҡташыбыҙ өсөн тауыш бирәйек!

Элегерәк яҙғаныбыҙса, районыбыҙҙан Сәлимә Солтанғолова “Һылыуҡай-2019” конкурсының финалына үтте һәм финал сығышына әҙерләнә. Ошо көндәрҙә беҙ Сәлимә менән ҡыҫҡаса әңгәмәләшеп алдыҡ, бына нимәләр һөйләне ул.

Элегерәк яҙғаныбыҙса, районыбыҙҙан Сәлимә Солтанғолова “Һылыуҡай-2019” конкурсының финалына үтте һәм финал сығышына әҙерләнә. Ошо көндәрҙә беҙ Сәлимә менән ҡыҫҡаса әңгәмәләшеп алдыҡ, бына нимәләр һөйләне ул:-Финалға тиклем Өфөнөң иң һәйбәт отелдәренең береһе – “Азимутта” (матурлыҡ конкурсының генераль спонсоры) йәшәйәсәкбеҙ, был бик шәп! Көн һайын репетициялар үтә, уларҙан тыш “Һылыуҡай көндәлеге” программаһында төшәбеҙ, ул “Сәләм” иртәнге тапшырыуында киләһе аҙнала сыға башлаясаҡ. Һәр көн ниндәйҙер яңы әйбергә өйрәнәм, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдергем килә.27 апрелдә “Башҡортостан” дәүләт концерттар залында үтәсәк “Һылыуҡай-2019” төп республика матурлыҡ конкурсы финалына тиклем һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ә әлегә “Интернет һылыуҡайы” номинацияһында еңеүсе исеменә тауыш биреү бара. Яҡташыбыҙҙы хуплайыҡ! Тауыштарыбыҙҙы йәлләмәйек!Сәлимә өсөн тауыштарығыҙҙы беҙҙең https://vk.com/club78389774 төркөмөбөҙгә инеп тә бирә алаһығыҙ, тауыш биреү өсөн һылтанма беркетеп ҡуйылған. Тағы бер тауыш биреү Instagram селтәрендә конкурстың @homai_studio рәсми битендә үтә. Уға һылтанма https://instagram.com/homai_studio?utm_source=ig_prof..
Читайте нас: