12 апрелдә “ЭКО-Сити” төбәк операторы БР Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы, “ХайдельбергЦемент Рус” йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Яҡтар RDF яғыулығын (RDF, йәки Refuse Derived Fuel яғыулығы – ҡалдыҡтарҙан торған яғыулыҡ төрө. Ул энергия алыу өсөн тәғәйенләнгән) эшләү һәм уны ҡуллана башлау өлкәһендә оҙайлы һәм һөҙөмтәле хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында килеште.
Күмер, нефть, газ урынына RDF яғыулығын файҙаланыу атмосфераға углекислый газды сығарыуҙың күләмен кәметергә ярҙам итәсәк. Шулай итеп, цемент мейестәрендә RDF яғыу тәбиғәткә әҙерәк тәьҫир итәсәк.
Был килешеү – Башҡортостан Респуликаһында тәүге экотехнопарк булдырыуҙа сираттағы аҙым. Әлеге ваҡытта буласаҡ экотехнопарктын резиденттары һәм партнерҙарынан кластер булдырыла.
“ЭКО-Сити” төбәк операторы матбуғат секретары.